Как на башкирском языке написать "С новым годом"?

С новым годом - Яңы йыл менән!

На башкирском языке:
- - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - -
Ҡәҙерле дүҫтар!
Һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә ҙур уңыштар, саф мөхәббәт теләйбеҙ.
Ҡотлау менән беҙ.

На русском языке:
- - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - -

Дорогие друзья!
Поздравляем вас с наступающим Новым годом! Желаем здоровья, большого счастья, успехов поздравления на свадьбе стихами на башкирском языке в работе, любви!
С поздравлением мы.

- - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - -

Туй көнө менән! С днем свадьбы!

Ҡайһы арала үҫеп еттегеҙ һуң?
Һеҙме һуң был? Ышанмай күңел…
Туй көнөгөҙ, улым, ҡотло булһын,
Өйләнеү ул – уйын эш түгел.

Шуға, улым, һин беренсе көндән
Хужа итеп той ҙа үзеңде,
Атайыңдан үрнәк алып раҫла
Ғаиләлә һәр бер һүзеңде.
Балаларың булһын һау-сәләмәт,
Мал-мөлкәтең булһын, алтының.
Был бит – минең ирем тиеп,балҡып,
Ғорурланып торһон ҡатының.
Шулай итеп матур йәшәһәгеҙ,
Беҙ ҙә бик һөйөнөп йәшәрбеҙ.
Ҡатыныңа килен тип түгел,
Ҡыҙым тиеп һөйөп йәшәрбеҙ.
Бөгөн һеҙҙең бик тә иҫтәлекле
Һәм бәхетле ҡыҙыл туйығыҙ.
Көмөш, алтын, яҡут туйларғаса,
Бергә булһа ине уйығыҙ.

Юлдар кеүек оҙон ғүмер һеҙгә,
Ҡайғы еле бер ҙә теймәһен.
Заман ҡоралдары ситләп үтһен,
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен.

Йөҙләрҙә йылмайыу янһын,
Табынға йыр ҡуй, әйҙә.
Бөтөн яҡтан теләк яуһын,
Килен менән кейәүгә.

Бик тә еңел йөрөшөгөҙ,
Бик пар килгән буйығыҙ.
Гөрләп үтһен тормошоғоҙ,
Гөрләгәндәй туйығыҙ.

Һеҙҙең өҫтәлдә һәр вакыт
Һый-хөрмәт тулып торһон.
Һыйлағыҙ дуҫты яратып,
Дуҫтар гел килеп торһон.

Таҫма телдәр менән һеҙгә
Дошмандар һыйынмаһын.
Яҡты нур һүнмәһен йөҙҙә,
Мәхәббәт һыуынмаһын.

Пар балдаҡтар балҡышынан
Күҙҙәребеҙ сағыла,
Һеҙ бөгөн – иң гүзәл пар
Сәскәләр ҡосағында!
Йылдар уҙһын бәхеттә,
Таҙалыҡта-һаулыҡта,
Шатлыҡта, мәхәббәттә,
Иминлектә, муллыҡта!

Ҡотлайбыҙ һеҙҙе ысын күңелебеҙҙән иң бәхетле көнөгөҙ менән!Һеҙгә алдағы көнөгөҙҙә аҡ бәхет, ныҡлы сәләмәтлек, тигеҙ, тыныс тормош, саф мәхәббәт теләйбеҙ.
Оло юлға һеҙ сығаһығыҙ бөгөн,
Бергә ҡушып ике йөрәкте.
Юл алдынан әйтәйек һеҙгә
Ысын күңелдән изге теләкте.
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә
Айырылмаһын тормош юлығыҙ.
Ғүмер һуҡмаҡтарын уҙған саҡта
Алдашмағыҙ, зирәк булығыҙ!

Осраштырған һеҙҙе яҙмыш,

Ғашиҡ парҙар булғаныһығыҙ.
Сәсте сәскә бәйләшергә
Вәғәҙәләр ҡорғанһығыҙ.

Тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ,

Пар килгәнһегеҙ икегеҙ.
Һөйөшөп кенә йәшәгеҙ,
Тигеҙ ғүмер итегеҙ!

Беҙҙән һеҙгә изге теләк:
Бергә типһен һеҙҙең йөрәк.
Түрә булһын түрегеҙҙә –
Мәхәббәт бер-берегеҙҙә.

Тәбрик итәм ҡауышыу көнөгөҙ менән,
Бер-берегеҙгә яҡын булығыҙ.
Оҙон ғүмер, һүнмәҫ бәхет менән
Яңы тормош ҡороғоҙ.
Алда һеҙҙе бәхет ҡаршы алһын,
Ғүмер юлын тигеҙ үтегеҙ.
Бер-берегеҙҙең ҡәҙерҙәрен белеп кенә
Тигеҙ матур тормош итегеҙ.

Йәй көнөндә һеҙҙең туйҙарығыҙ,
Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Туйҙарығыҙҙы бергә үткәреп
Һеҙгә атап йырҙар йырлайбыҙ.
Аҡ бәхеттәр һеҙгә юлдаш булһын,
Күтәренке булһын күңелегеҙ,
Һаулыҡ, шатлыҡ, ҡыуаныстар менән
Үтһен ине бөтөн ғүмерегеҙ.


Источник: http://bash-portal.ru/news/newskultura/3679-pozdravleniya-na-bashkirskom-yazyke.html

Закрыть ... [X]


Татарские поздравления на свадьбу Сценарий православные иконы Поздравления на свадьбе стихами на башкирском языке Поздравления на свадьбу на башкирском языке m
Поздравления на свадьбе стихами на башкирском языке Поздравление на башкирском - Лавка задумок
Поздравления на свадьбе стихами на башкирском языке Поздравления на башкирском языке » Новости Уфы, главные
Поздравления на свадьбе стихами на башкирском языке Башкирские стихи поздравления - Поздравления с 40 летием сестре
Поздравления на свадьбе стихами на башкирском языке Поздравления на башкирском языке для свадьбы
Поздравления на свадьбе стихами на башкирском языке Башкирские стихи поздравления
Именины Ивана - день Ангела Ивана Как поздравить подругу с праздником День медицинской сестры Новости компании Поздравление молодоженов в день города администрацией - Свадебный Поздравления с 23 февраля смс с Днем защитников Отечества Поздравления с годовщиной свадьбы 2 года в стихах Поздравления с днем рождения бабушке Поздравления с днем рождения наташе Прикольные кричалки - Спортивные кричалки